Новости
6 Января 2020, 08:11

«Ярты кәүҙәле кеше менән ғүмереңде заяға үткәрмә!"

“Эх, үҙебеҙҙең яҡтарҙың матурлығы!” Ҡаланан белем камиллаштырыу курстарынан ҡайтып килеүсе Айҙар ярайһы ғына тиҙлектә барған автобус тәҙрәһенән иген баҫыуҙарына, ҡаршыға йүгергән йәшел урмандарға ҡарап һоҡлана-һоҡлана бара торғас, туҡталышҡа килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ауылдан сығып китеүенә бер ай ғына самаһы, гүйә, бер йыл үткән! Нисек һағындырҙың, ауылҡайым! Флүзәһе лә көтә торғандыр… Ҡыҙы ла бүләк көтә… Ул оло юлдан күренеп торған ауылына бер аҙ йылмайып ҡарап торҙо ла, туҡталыш эскәмйәһенә ҡуйған сумаҙанына үрелде. Тиҙерәк өйгә, тиҙерәк, тиҙерәк…

“Тиҙерәк! Тиҙерәк!..” Ҡыҫҡа ғына миҙгелгә аңына килгән Айҙар үҙ янында ҡайнашҡан аҡ халатлы кешеләрҙең кем икәнлеген дә, ҡайҙа ашыҡҡанын да аңламайынса, бөтә тәненә таралған киҫкен ауыртыуҙан тағы аңын юғалтты… Туҡталышта юл аша сығырға баҫып торғанда килеп бәрелгән машинаны ул хәтерләмәне. Иҙелгән аяҡтарын бот төбөнән киҫәсәктәрен белмәй ине әле 39 йәшлек ауыл уҡытыусыһы…
Айҙар менән Флүзәнең тормош юлы икегә бүленде. Юл буйындағы туҡталышҡа хәтлем йүгерә-шаяра тиерлек бергә атлаған тыныс, яҡты, бәхетле ғүмер һуҡмағы… Һәм фажиғәле туҡталыштан һуң атлағы ла килмәгән бейек, текә, упҡынлы, таш-ҡаялы үр… Ауылдың, райондың иң күренекле, һәләтле, аҫыл ир-егеттәренең береһе һаналған йәш ир, ғаиләһе менән һоҡланырлыҡ йәшәп ятҡанда, көтмәгәндә кеше ҡулына ҡалды. Хыял-өмөттәр селпәрәмә килде. Эшләгән саҡта тормошона мәғәнә һалған мәктәп күренеп, йөрәкте телмәһен өсөн, тәҙрәгә ҡалын пәрҙәләр эленде. Ҡояш нурҙары тәҙрә быялаһына бәрелеп, бүлмәгә инә алмайынса һынды. Шаян ямғыр тамсылары ҡараңғы, ябыҡ бүлмәлә ятҡан Айҙарға шаҡып-шаҡып ҡараны ла тымды. Өй алдындағы саған япраҡтары, нимәлер серләшә-серләшә, ҡыштырҙай-ҡыштырҙай ҡойолдо. Тик ул уларҙы ишетеү, күреү һәләтендә түгел ине…
Мәктәптә әсә теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен алып барған Флүзә дәрестәре бөтөүгә тиҙерәк өйөнә атланы. Тиҙ генә сығып китермен тимә мәктәбенән дә. Балаларға белем биреүгә ҡарағанда, яҙыу-һыҙыу эше ваҡытты күп ала. Ҡайһы бер балаларға өҫтәмә белем биреү кәрәк. Өйөндә ғәрип ире көтмәһә, көнө-төнө эшләргә лә риза Флүзә. Күңеле бик төшөнкө шул иренең. Шул йөрәкте телә. Урында ғына кеше күҙенә тилмереп ятмаһа ла, һаман эйәләшә алмай Айҙар был һәләтенә. Һаман ҡабул итә алмай уның ирекле күңеле инвалид коляскаһының ситлеген. Килешә алмай был аяныс хәле менән. Үҙенә лә бик ауыр икәнлеген иренә белгертмәҫкә, йөҙөнә сығармаҫҡа тырышып, бала урынына ҡарай уны Флүзә. Тик алдап буламы һуң 18 йыл буйы бергә йәшәгән иреңде?!
Бер көндө Айҙар теләр-теләмәҫ кенә ашап ултырған еренән ҡатынына: “Һин, булмаһа, ярты кәүҙәле кеше менән ғүмереңде заяға үткәрмә. Йүнле кеше осраһа, бәйлә яҙмышыңды”, — тине, ҡалағын ашында болғата-болғата. Флүзәнең һиҫкәнеп киткән ҡарашын да күрмәне кеүек. “Ә мин осраттым инде ғүмерлек кешемде”, — тигәнен дә ишетмәне буғай. Ҡыҙҙары Сөмбөлдөң: ”Атай, нимә һөйләйһең инде тағы?!” — тип, ашаған ҡалағын өҫтәлгә ташлап, бүлмәһенә сығып киткәнен дә шәйләмәне кеүек. Үҙ эсенә йомолған ирен нисек сығарырға инде был халәтенән? Ул ышанырлыҡ ниндәй һүҙҙәр табырға? Башына төшкән бәләнән иңдәре бөгөлмәһен өсөн үҙенә ҡайҙан көс, ярҙам алырға Флүзәгә?..
… Флүзә уйлана-уйлана, ауыр ғына атлап, болдорҙан менде. Аяҡ кейемдәрен һала башлаған ине, моронона килеп бәрелгән газ иҫенә бер аҙ аптырап торҙо ла, уҡтай атылып, өйгә инде. Асыҡ газ плитәһен тиҙ генә бороп, иҙән уртаһында иҫһеҙ ятҡан ирен өй алдына саҡ һөйрәп сығара алды ҡатын. Күкрәгенә төйә-төйә илаған иренең һулыш алғанын күргәс, фельдшерға сығып йүгерҙе.
Айҙар тағы дауаханала иҫенә килде. Шул уҡ аҡ түшәм, буяулы стена, быяла плафондар… Табиптар һәм шәфҡәт туташтары ғына икенсе. Улар тағы Айҙарҙың кәүҙәһенә йән өрҙө. Тик кәүҙәһе ҡыймылдаһа ла, йәне генә был донъяға ҡайтырға ҡарышты. Йәшәйһе килмәй ине уның. Ҡыҙыҡ түгел ине уға был донъяла.
… Күҙҙәрен йомоп ятҡан Айҙар өҫтөндәге юрғанын кемдер төҙәткеләгәс, керпектәрен күтәрҙе. Ҡатыны Флүзә, күҙ йәштәрен тыя алмайынса, ярым бышылдап, Айҙарҙың карауаты янына эйелде.
— Эй Айҙар! Ни хаҡың бар һинең мине, ҡыҙыңды етем ҡалдырырға?! Һин китерһең дә китеүен… Ә беҙгә нисек йәшәргә? Һаҡлай алманыҡ һине, тип ғүмергә ҡайғыла ҡойонорғамы? Һинһеҙ нисек йәшәргә? Ҡыҙыңдың, туғандарыңдың, уҡыусыларыңдың күҙенә нисек ҡарармын мин, үҙеңә берәй хәл ҡылһаң?
Бармаҡтарын ауырттырырлыҡ итеп ҡыҫып, ҡулдарынан күҙен алмаған Айҙар өндәшмәне.
“Китеүе лә еңел түгел шул… Йәшәүе тағы ла ауырыраҡ был килеш, Флүзә…” Төштәрендә үҙ аяҡтары менән бесән сапҡан болондарҙа йүгергәнен һөйләһенме ул ҡатынына? Йылы йылға һыуында, аяҡ-ҡулдарын йәйеп, күккә ҡарап салҡан ятҡанын?.. Төштәрендә ҡояшта ҡыҙған туҙанлы юлдан яланаяҡ сапҡанын һөйләһенме? Бына ул, алты йәшлек шуҡ малай, йылы, йомшаҡ туҙанға ялан тәпәйҙәре менән пырхылдатып баҫа ла, иптәштәре артынан йүгерә. Саба-саба аяҡ табандары ҡыҙа бара. Ялан аяҡтарҙы ялҡын теле ялмай башлай… Алда йүгергән малайҙар юҡ була… Һалҡын тир баҫҡан Айҙар, аяҡтарының үлтереп һыҙлауына ыңғыраша-ыңғыраша, уянып китә. Аяҡтары юҡ, ә ниңә һыҙлайҙар һуң улар шул хәтлем? Айҙар үҙ-үҙенә ышанмайынса, уларҙы тотоп та ҡарай. Булмағас, нисек былай ауырталар улар? Ул бит уларҙы тубығына хәтлем, бармаҡтарына хәтлем һиҙә. Һәр күҙәнәген һиҙә. Тик ниңәлер ҡыймылдатып ҡына булмай.. Аңламайһың шул хәлдәремде, Флүзә….
… Аталарын өйгә алып ҡайтҡас, кисен уның янына, китап-дәфтәрҙәрен күтәреп, Сөмбөл инде. “Атай, аңлат әле был миҫалды, зинһар”, — тип, алдына, һорап та тормайынса, дәфтәрҙәрен йәйеп һалды. Математика-физика фәндәрен уҡытҡан атаһы башта уны аңламағандай ҡарап торҙо ла, күҙҙәрен алдындағы дәреслеккә төшөрҙө. Кәүҙәһе ярты ғына булһа ла, аҡыл-зиһене үҙ урынында уның. Ҡыҙы аңламаған теманы тиҙ генә аңлатып та бирҙе. Икенсе көндө Сөмбөл дуҫ ҡыҙын эйәртеп килде. Ә бер аҙнанан ишекте мәктәп директоры Сәүи Рәхимович шаҡыны. “Һин, егет, үҙең беләһең. Мәктәптә уҡытыусылар етмәй. Балаларға үҙ фәнең буйынса өҫтәмә белем биреү һинең өҫтә. Хеҙмәт хаҡы ла билдәләрбеҙ”, — тип, Айҙарҙың ризалығын да көтмәйенсә, бүлмәгә уҡыусылар өсөн мәктәптән ике өҫтәл, ултырғыстар алып килде. Ул кис Айҙар ҡулына күптән тотмаған китаптарын алды. Балалар… Нисек онотҡан Айҙар улар тураһында?.. Онотоуын онотманы ул уларҙы. Класс таҡтаһы янына элеккесә үҙ аяҡтарына баҫып, үҙенә төбәлгән тиҫтәләрсә күҙҙәргә ҡарап аралаша алмауы ғына бәғерен киҫә шул….
Шулай, Айҙар әкренләп үҙ өйөндә балаларға дәрестәр бирә башланы. Төшөнкөлөккә бирелергә ваҡыты аҙайҙы. Ул бит үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән ит киҫәге итеп һанай башлаған ине. Юҡ!!! Кәрәк ул кешеләргә! Ғүмер иткән юлдашына кәрәк! Ҡыҙына кәрәк! Балаларға кәрәк! Уларҙың әле барыһы ла алда. Уҡырға инәһеләре бар. Ҙур тормош юлына атлайһылары бар. Айҙар улар яҙмышына үҙ өлөшөн әҙ генә индерһә лә бәхетле! Үҙе уҡытҡан уҡыусылар район бәйгеһендә еңеп ҡайтҡас, Айҙарҙың һағышлы күҙҙәренә йән инде. Эх, шилмалар, булдыралар бит! Күп кәрәкме ни бәхет өсөн! Икенсе көндө улар еңеүселәр менән ирешкән уңышты билдәләне. Флүзә тәмле бәлеш бешерҙе, тәм-томдар ҡуйҙы, сәй яһаны. Айҙар үҫмерҙәргә бер-бер артлы һорауҙар яуҙырҙы. Балалар, бер-береһен бүлә-бүлә, бәйге тураһында һөйләне.
Флүзә… Уның мәрхәмәтле, изге тормош юлдашы… “Ғүмерлек ғәрип янында, донъяны күрмәйенсә, ошо йорт эсендә бикләнеп, ғүмерем заяға үтте, тип ҡыҙғанмаҫһыңмы, Флүзә?”. Ҡатыны тура яуап бирмәне. Бер аҙ уйланып торҙо ла: “Айҙар, мин шуны ғына беләм. Мин һинең урыныңда булһам, һин мине ташламаҫ инең…”. Айҙар, ҡатынының кес кенә ҡулдарын устарына алып, ирендәрен тейҙерҙе. “Беләһеңме, Айҙар, һәр кемдең дә тормошонда үҙ туҡталышы була. Һинең менән миңә, тимәк, яҙмыш ошондай туҡталыш яҙған. Ярай, ни ҡылаһың, әҙерәк туҡталып алдыҡ та, тағы алға киттек. Юлдар өҙөлмәне бит әле беҙҙең…” Бүлмәнән сығып барған еренән боролдо ла: “Ни булһа ла бергә…” — тине.
Ваҡыт ҡына, бер нәмәгә лә ҡарамай, алға йүгерә. Уның кешеләрҙә эше юҡ. Аҡ бурандарын егеп, ҡыш йүгертеп уҙҙы.
Ҡар аҫтында йырғанаҡтар йыра-йыра, ташҡын һыуҙарҙа уйнай-уйнай, тәбиғәтте уятып, яҙ йәйгә килеп ҡушылды. Рәхимле йәй тирә-яҡты тағы үҙ ҡосағына алды. Айҙар ағайҙары йәшәгән йорт ҡапҡаһынан шаярыша-көлөшә бер төркөм йәштәр инеп килә. Юғары уҡыу йортона ингәндә биргән белеме, күрһәткән кешелеклеге өсөн яратҡан уҡытыусыларына бик ҙур рәхмәт әйтәһеләре бар уларҙың…
Физәлиә ДӘҮЛӘТГӘРӘЕВА.
Читайте нас