Ул меңдәрсә кешегә операция яһап, уларҙы ҡотҡарһа ла, яман шеш уның үҙен аяманы.
Кешеләргә ярҙам итергә атлыҡҡан Андрей ашҡаҙан рагы (аденокарцинома) менән сирләп киткәнен белгәс тә, операциялар яһауҙан, интернет аша көн һайын тиҫтәләрсә консультациялар биреүҙән туҡтамағайны.
"Такие дела" сайтында ул үҙенең ауырыуы тураһында видеокөндәлек алып барҙы.
Һуңғы яҙмаһында Андрей рак менән ауырығандарға бирешмәҫкә ҡушты: "Минең ғүмер юлым тамамлана! Үкенескә, сирем мәкерлерәк булып сыҡты һәм уның һуңғы ике айҙағы үҫеше миңә өмөт ҡалдырманы! Ләкин мин дауаланыу этабында булғандарҙың барыһын да иҫкәрткем килә – ҡулығыҙҙы төшөрмәгеҙ! Статистика – үҙ һүҙле ул, һәм хатта минең диагноз менән дә һеҙҙең һауығырға өмөтөгөҙ бар! Ышанығыҙ быға! Ә миңә уңыш йылмайманы..."
Йәне йәннәттә булһын изге күңелле, кешелекле Андрейҙың... Ундай иҫ киткес талантлы, оло йөрәкле табиптар меңгә берәү генә осрай...
https://www.youtube.com/watch?v=3qJILNazzrw&list=PLstod9_0VLDqjnwOETqQbS9VA5UKzfypB&index=12&t=0s
https://cancer.takiedela.ru/video/
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова