Новости
6 Ғинуар 2020, 14:16

Туған телгә йөҙ аҙым!

2019 йылда Учалы район үҙәк китапханаһында "Туған телгә 100 аҙым" акцияһы старт алды, ул халыҡты әсә телендәге әҙәбиәткә ылыҡтырыуға йүнәлтелгән.

Мәктәп уҡыусыларына, студенттарға, өлкәндәргә башҡорт авторҙарының 100 китабы уҡырға тәҡдим ителә.
Улар араһында Фәрит Иҫәнғоловтың «Ҡышҡы йәйғор» китабы ла бар.
Ошо акция сиктәрендә кисәге үҙәк китапханала ғаилә уҡыуҙары ойошторолоп, «Ҡышҡы йәйғор» әҫәре уҡылды, уның буйынса фекер алышыу үтте.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Йәшлек гәзите
Читайте нас