Новости
6 Ғинуар 2020, 05:35

Тотош ғаилә юҡҡа сыҡҡан..

Кисә ҡот осҡос авария бөтә ғаиләне тиерлек юҡҡа сығарҙы. М5 федераль трассаһында, Сим ҡалаһы янында, "Фольксваген Джетта" менән "Митсубиши Паджеро" бәрелешә.

ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Фольксваген" водителе идараны юғалта һәм машинаны болғай башлай. Ул ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҙур машинаға барып бәрелә. Уның тиҙлеге бик юғары булған, шуға бәрелештең эҙемтәһе лә үтә аяныслы.

Авария һөҙөмтәһендә ваҡиға урынында 32 йәшлек ҡатын менән 11 йәшлек малай йән бирә. 37 йәшлек водитель "ашығыс ярҙам" машинаһында яҡты донъя менән хушлаша. Тағы бер бала – 13 йәшлек үҫмер әле ауыр хәлдә реанимацияла.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булғандар – бер ғаилә ағзалары. Әле аварияның шарттары асыҡлана.

Ҡот осҡос хәл: күҙ асып йомғансы тотош ғаилә юҡҡа сыҡты тиергә мөмкин. Бында осраҡлыҡ һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәү ғәйепле. Бик аяныс. Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!
Фото: bash.news
Автор: Альфия Мингалиева

Читайте нас