– Берәй нәмә булдымы әллә?
– Уф, йәшәп булмаҫ ул! Юлай кисә тағы эсеп ҡайтҡан. Әйткәйнем – яратманы, өйҙә тауыш сыҡты. Теге саҡ үпкәләшкәндән һуң саҡ рәтле генә йәшәй башлағайныҡ, бына тағы... – тип ире хаҡында теҙеп һөйләп алып китте был. Бөтә насарлыҡтары, ҡырын эштәре, тауыш күтәреүе, юҡҡа-барға үпкәләүе, тағы әллә нимәләр хаҡында һөйләне лә һөйләне. Илап та алды.
– Юҡ, йәшәп булмаҫ ул былайтып ыҙалап, йәш ғүмеремде заяға үткәреп, айырылырмын, моғайын, – тип һығымта яһап ҡуйҙы һүҙенең аҙағында.
Айгөл уны йәлләһә дә ни мә тип йыуатырға ла белмәне. Ахырҙа:
– Әллә инде, улай ыҙалап йәшәгәнсе, айырылһаң, айырыл да ҡуй. Бәпәйегеҙ ҙә юҡ әле. Һиңә тиң кеше түгелдер ул, – тип кәңәш биргән булды.
Оҙон-оҙаҡ һөйләшеп ултырып, бер нисә тапҡыр сәй яңыртып эсеп, ире хаҡында һөйләп-һөйләп, күңелен бушатып, ҡәҙимге тынысланып ҡайтып китте Рәсилә.
Бер нисә көндән һуң Айгөл Рәсиләне ире менән урамда осратты. Сөкөрләшеп һөйләшеп киләләр. Пар күгәрсендәр тиерһең! Сәләм бирешеп, бер-ике һүҙ менән алмаштылар ҙа, ҡатын китергә ашыҡты. Тик дүрт-биш аҙым да атлап өлгөрмәне, Рәсиләнең ире:
– Айгөл, туҡтап тор әле, – тип өндәште.
“Ыста, быға мин нимәгә кәрәк булдым икән?” тигән уй йүгереп үтте башынан.
– Һин нишләп минең кәләште насарлыҡҡа өйрәтеп, “айырыл” тип әйткәнһең. Һинән бындайҙы көтмәгәйнем, – тимәһенме!
Айгөл дә бындайҙы көтмәгәйне, әлбиттә. Аптырауынан ултыра төшә яҙҙы, тип шундай саҡта әйтәләрҙер.
Ул саҡта Рәсиләгә лә, иренә лә бер аҙ үпкәләп йөрөһә лә, был осраҡ Айгөл өсөн бик ҙур һәм ғүмерлек һабаҡ булды. “Ир менән ҡатын араһына ингәнсе, ике ҡылыс араһына ин”, “Ир менән ҡатын иртән талашыр, кис ярашыр” тип бушҡа әйтмәгәндәрҙер инде.
Ә Рәсилә менән иренә килгәндә, ирешһәләр ҙә, талашһалар ҙа, көңгөр-ҡаңғыр килеп, бына инде сирек быуат самаһы йәшәп яталар...