Новости
6 Ғинуар 2020, 09:47

“Мәғлүмәт ялған,” - тиҙәр министрлыҡта

Яңыраҡ ҡайһы бер матбуғат баҫмаларында бауыр трансплантацияһын үткәргән балаларҙың тейешле препараттарҙан мәхрүм ҡалыуы тураһында мәғлүмәт күренгеләне.

Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәргә яуапһыҙ ҡалманы. Был төркөмгә ҡараған пациенттар өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан дарыу препараттарының, 12 ҙур сығымлы нозологиялар Программаһына ярашлы, һатып алыныуын билдәләне.
“Башҡортостанға препараттар Мәскәүҙән килтерелә һәм аҙаҡ пациенттарға исемләп таратыла, ни өсөн тигәндә уларҙың мәғлүмәттәре берҙәм федераль реестрға индерелгән,” - тип аңлаттылар министрлыҡта. Әлеге ваҡытта пациенттар дарыуҙар менән тәьмин ителгән.
- Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ниндәй ҙә булһа дарыуҙың етешмәүе тураһында мөрәжәғәттәр булманы – пациенттарҙан да, медицина ойошмаларынан да. Һәр хәлдә министрлыҡ дарыуҙар менән тәьмин итеүгә бәйле мәсьәләләрҙе оператив рәүештә хәл итергә әҙер, - тип белдерҙеләр ведомствола.
Фото:Yandex.ru
Читайте нас