Новости
6 Ғинуар 2020, 08:10

Күрәҙәсе Хәкимә

Һуғыш ваҡытында халыҡ бик ас йәшәне. Һәр кем нисек булһа ла ашау яғын хәстәрләй ине. Беҙҙең ауыл Хәкимә инәй бер иҫкесә яҙылған китап табып алған да, урыҫ ауылына барып, шуны өй беренсә уҡып көн иткән.

Бер мәл Степан тигән урыҫтарға инеп йоҡлаған. Быларҙың улы һуғышта ҡулын өҙҙөрөп дауаханаға ингән. Хаты юҡ икән. Степан менән әбейе унан улының иҫәнлеген һораша. Хәкимә теге китабын сығарып, нимәлер ҡараған булып: ”Һеҙҙең улығыҙ тере, тиҙҙән ҡайтасаҡ”, - тип яуап ҡайтарған.
Күп тә үтмәй быларҙың Кузьма тигән бер ҡулһыҙ улдары ҡайтып төшкән.
Степан Хәкимә инәйҙе данлап-маҡтап:
- Хәкимә күпте белә, күрәҙәсе, сөнки ул ғәрәпсә китап уҡый белә, - тип бөтәһенә һөйләп йөрөгән.
Шулай итеп, көтмәгәндә Хәкимәнең күрәҙәсе тигән даны тарала. Тирә-яҡтағы бөтә кеше уға килер булған.
И. Иҫәнғолов.
Күмертау ҡалаһы.
Фото: en.haditv.com
Читайте нас