Новости
6 Ғинуар 2020, 14:28

Хәбир Мырҙабаев тигән ағайҙың ҡар һындарына һоҡланайыҡ!

Ул Бөрйән районының Иҫке Мөсәт ауылында йәшәй һәм бына 15 йыл рәттән ҡарҙан әкиәт яһай.

Ағай үҙе әйтеүенсә һындарҙы ҡарҙы бер урынға өйөп әүәләй. Боҙҙан да яһар инем, тик йылға алыҫыраҡ шул ти. Скульптуралар йыл да алмашына, мөсәл йәнлектәре һынландырыла. Быйылғы Сысҡанды тәҙрәләге һүрәттә табырға мөмкин. Әле ҡарҙан яһалған Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Ромашковонан паровозик, Чебурашка, һигеҙаяҡ һәм ҙур йылан ауылды биҙәй, социаль селтәрҙәрҙә кешеләрҙе һоҡландыра. Ағай, үҙе әйтеүенсә, ошолай әкиәт һындары яһап кешеләрҙе шатландыра һәм эшенән кинәнес ала. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Йәшлек гәзите
Читайте нас