Новости
6 Января 2020, 14:26

Өфөлә Ҡыш бабайҙың Раштыуа шыршыһы

Бында йыл буйына изге эштәр башҡарған балалар йыйылған."Ҡыш бабайға хат" балалар республика проекты еңеүселәренең байрамы башланды.

Йыл дауамында башҡарған изге эштәре хаҡында яҙған ҡыҙҙар-малайҙар ҡала мәҙәниәт һарайына ҙур байрамға йыйылды. Барлығы 2,5 мең тирәһе өс йәштән алып 15 йәшкә тиклем бала Ҡыш бабайға хат яҙған. Ә Өфөнөң "Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды" һәм Ҡыш бабайҙың Серле хеҙмәте хаттарҙы ҡабул итте һәм иң-иңдәрҙе - социаль әһәмиәтле эштәрҙең авторҙарын еңеүселәр тип билдәләне.
Республикала 17-се тапҡыр уҙғарылған сара балаларҙы тағы ла бер тапҡыр мөғжизәгә ышандырып, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, бер-береңә ипле, иғтибарлы, ихтирамлы булырға өндәне. Проекттың төп маҡсаты ла балалар хәйриә хәрәкәтен тергеҙеү.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите
Читайте нас