Улар үҙ боҙонда Көнбайыш конференцияһы лидеры – ЦСКА командаһын ҡабул итте. Бәйгегә һыуһаған өфөләр, башта осрашыуҙы ыжығыбыраҡ башлаһа ла, һуңынан Хартикайнендың тырышлығы менән өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Ул 6 минут та 17 секундта өс гол индереп, юлаевсылар тарихында иң етеҙ хет-трик эшләүгә өлгәшә. Әлбиттә, бындай хәлгә ҡалыуына ышанып етмәгән әрме клубы алға ташлана һәм иҫәпте лә ҡыҫҡартыуға төшә. Әммә ҡанатланған хужалар тағы бер тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, осрашыуҙы еңеүгә алып барып еткерә. Унда ла команда лидеры Умарк, үҙ эҙен ҡалдырмай ҡалмай. Беренсе голын, һыҙыҡ арбитрҙары уның һыҙыҡтан алда инеп, уңышҡа өлгәшкәнен һанап иҫәпләмәһә, икенсеһендә иһә, ул шул уҡ юҫыҡта, тик ҡағиҙә буйынса маҡсатына ирешә. Һөҙөмтәлә, “Салауат Юлаев” командаһы ЦСКА уйынсыларын 4:2 иҫәбенә отоп, быйылғы миҙгелдә уларҙы икенсегә алдырҙы.