Новости
6 Ғинуар 2020, 13:54

Ете айлыҡ сабый балконда туңып үлгән

Кисә Амурҙағы Николаевск ҡалаһында ҡот осҡос хәл халыҡты тетрәндерҙе.

Әсә иртәнсәк, саф һауала йоҡлаһын, тип балаһын коляскала килеш балконға сығара.
Ҡырҡ йәшлек ханым... 5 сәғәттән һуң ғына балаһын иҫкә ала. Был мәлдә сабый туңып үлгән була. Ҡатын ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Был көн Амурҙағы Николаевскта һауа температураһы - 10 градус тирәһе була.
Яңы йыл төнөндә Омск өлкәһендә 17 йәшлек үҫмер туңыуҙан йән биргәйне.
Фото: социаль селтәрҙәр.
Яңылыҡ авторы: Лилиә Хәлитова
Йәшлек гәзите
Читайте нас