Учалы ҡалаһында тыуып үҫкән һылыу ҡатындың башҡалар араһында сағыулығы, мөләйемлеге һәм диндар кешеләргә хас булғанса, бик ипле, килешле итеп кейенеүе менән бер аҙ айырылыбыраҡ торғанын билдәләмәйенсә мөмкин түгел.
...Ә Әлиә бала саҡтан шундай булды: сибәрлеге, яңғырауыҡлы тауышы, елдәй етеҙлеге тиһеңме... Сылтыратып көлөп ебәрһә (миңә ҡалһа, ул гел көләкәс булды), донъя ла уның менән бергә йылмая кеүек ине. Беҙ, ҡоҙасалар, һирәк кенә осрашҡан сүрәттә лә, рәхәтләнеп аралашып-көлөшөп, бала саҡ мәшәҡәттәре менән донъяны бер итеп, бәхетле бала саҡтың хәтәр матур һәм яҡты көндәрен кисергәнбеҙ икән.
Юлдарыбыҙ күптән төрлө тарафтарға илтһә лә, таныштар аша хәл-әхүәлебеҙҙе ишетеп-белеп торабыҙ. Әлиәнең Сибайҙа юғары уҡыу йортон тамамлауы, кейәүгә сығыуы, бер-бер артлы биш балаға әсә булыуы хаҡында ла хәбәрҙар инем.
Ниһәйәт, уның үҙе менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе:
– Минең ике яҡтан да өләсәйҙәрем күп балалы булған: береһе биш, икенсеһе һигеҙ балаға ғүмер биргән. Мин бала сағым үткән быуаттың туҡһанынсы йылдарына тура килде. Еңел заман түгеллеген беләһегеҙ. Ғаиләлә ике бала хаттин ашҡан тигән төшөнсә лә һеңдерелде. Әммә эргә-тирәмдә күп һанлы туғандарымдың булыуы, һәр саҡ бер-береһенә ҙур терәк һәм ярҙамсы булып йәшәүе, ике туғандарым менән үткәргән күңелле, бәхетле бала сағым, күрәһең, булмышыма һеңеп ҡалғандыр. Шуға ла инанам: ғаилә күп балалы булһа, унда бәхет тә күберәк!
Сибай институтында белем алғанда, өсөнсө курстан һуң, Ринат Ғарифуллин исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Инглиз теле уҡытыусыһы дипломын алдым, 2003 йылдан мәктәптә балаларға белем бирәм. Эшемде һәм балаларҙы мөкиббән яратам. Уҡытыусы һөнәре күңелдә һәр саҡ аҙ ғына булһа ла бала булып ҡалыуҙы талап итә, тип иҫәпләйем, сөнки һин һәр саҡ эҙләнеү юлындаһың, шикләнәһең, хаталанаһың, төҙәтәһең...
Бер-бер артлы биш улымдың донъяға килеүе миңә ҡамасау булманы, сөнки эш менән бала тәрбиәләүҙе бергә алып барып була тип иҫәпләйем. Шулай ҙа ҡатын-ҡыҙ бәхете - ғаиләлә, балаларыңдың иҫән-һау булыуында, ата-әсәһен шатландырып үҫеүендә. Аллаһы Тәғәләнең беҙгә Дауыт, Ислам, Рамаҙан, Мөхәммәт һәм Абдрахман исемле биш ул бүләк итеүенә мең рәхмәтлебеҙ. Улар – тормошобоҙҙоң асылы, төп мәғәнәһе, – ти Әлиә Марат ҡыҙы.
Ғарифуллиндарҙың өлкән улдары Дауыт профессионал футбол менән шөғөлләнә, спорт йүнәлешле 5-се Республика мәктәп-интернатында 11-се класта уҡый. Ул “Өфө” футбол командаһының йәштәр төркөмөндә 96-сы һан аҫтында уйнай.
– Дауыт тыуғас, уҡытыусым осрағайны. Баланың исемен һорағас: ”Дауыт – Давид тигән исемгә тура килә. Дэвид Бекхем төҫлө шәп футболсы булыр, тимәк”, – тигәйне. Юрағаны юш килде: футбол - Дауыттың тормош мәғәнәһе, – ти әсә.
Әйткәндәй, Ғарифуллиндарҙың тағы ике улы “Өфө ” футбол командаһының үҫмерҙәр төркөмөндә уйнай, ике бәләкәсе ағаларының юлын һайлармы – ваҡыт күрһәтер.
– Биш баланы үҫтереү, тәрбиәләү еңелме? Был һорауҙы йыш ишетәм. Ә нимә еңел һуң был донъяла? Аллаһы Тәғәләгә инанған кеше булараҡ, Ҡөрьәндә яҙылған изге һүҙҙәрҙе килтерәм: “Ярлылыҡтан ҡурҡып, балаларығыҙҙың ғүмерен ҡыймағыҙ. Беҙ уларға ла, һеҙгә лә ризыҡ бирербеҙ. Балаларҙың ғүмерен ҡыйыу – иң оло гонаһ”. Ауырлыҡтар булһа ла, эргәмдә һәр һүҙемде аңлап торған ирем булғанға, ата-әсәләрҙең ярҙамын, рухи таянысын тойғанға уларҙы йырып сығырлыҡ көс-ҡеүәт табабыҙ һәм алға барабыҙ. Иң мөһиме – һаулыҡ һәм именлек булһын, – ти биш ул әсәһе Әлиә Ғарифуллина.
Уның тураһындағы тулыраҡ мәғлүмәттәе гәзит биттәрендә уҡырһығыҙ.
Фотолар геройҙың шәхси архивынан.