"Миңә 21 йәш! Ниңәлер электән 21 йәшемдә тормошом ҡырҡа үҙгәрер кеүек ине. Өмөттәр аҡланырмы? Түҙемһеҙлек менән көтәм..." тип яҙғайны йәш йырсы үҙ сәхифәһендә апрель айында.
Ҡыҙ баланың тормошо ысынлап та үҙгәрҙе: ул хәҙер ир ҡатыны! Йәштәргә бәхетле тормош, мөхәббәтле ғүмер һәм уңыштар теләйбеҙ!
Фото "Бәйләнештә" селтәренән алынды.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова