Новости
5 Ғинуар 2020, 05:30

Яңы йылдың тәүге көнөндә алты кеше миллионер булды

Башҡортостандан алты кеше бер юлы 1 миллион һум отто. Республика территорияһында 100 һумға һатып алынған "Русское лото" лотереяһы билеттары даланлы яҡташтарыбыҙ өсөн шулай отошло булып сыҡҡан.

"Төп приз, бер миллиард һумды, Мәскәү кешеһе отто. Башҡортостан Республикаһы миллионерҙар һаны буйынса иң уңышлы төбәктәр рейтингыһында өсөнсө урынды биләне. Икенсе урында -Санкт-Петербург, дүртенселә--Ростов өлкәһе", --тип белдерә лотерея мәғлүмәт хеҙмәте.
Башинформ
Читайте нас