Новости
5 Января 2020, 13:45

Улы менән батутта һикереп...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 24 йәшлек йәш атайҙың үлеме барыһын да шаҡ ҡатырҙы...

Яңы йыл алдынан ул үҙенең бәләкәс улы менән батутта һикерә. Шул саҡта сальтоны яңылыш яһай...
Умыртҡа һөйәге һынған ирҙе тиҙ арала Стәрлетамаҡ ҡала дауаханаһына килтерәләр. Ир бер нисә көн комала була. Бөгөн таңға иҫенә килә алмай, яҡты донъя менән хушлаша.
“Ул яңы йәшәй башлағайны: ғаилә ҡорҙо, вахта ысулы менән эшләне, тормошто яратты. Һәм шундай мәғәнәһеҙ үлем”, - тип яҙған уның ауылдашы.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова. https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Uli-men-n-batutta-ikerep-63191/
Читайте нас