Әсәһе ул кес кенә саҡта үлгән. Төҫкә-биткә бик матур булған ул, әммә бәхете булмаған. Ҡәйнәһе көн күрһәтмәгән үҙенә, гел ҡәһәрләп, малайына ла: “Һинең ҡатының шулай, былай”, — тип яманлап торған. Бәпәйләгәндән һуң, эсе бик ауыртҡас, иренән малдарға һыу алып ҡайтыуын үтенгән. “Башҡалар һинең кеүек һыу ташымай, ҡатындары эшләй, һинеке өйҙә ята”, — тип һөйләнгән улына ҡәйнәһе. Үлеменә лә ул сәбәпсе булған. Бишенсеһенә ауырға уҙғас: “Тапмайһың! Теләһә нисек төшөр балаңды!” — тигән. Бәпәй төшөрткәндә ҡан китеп үлгән меҫкен.
Ҡырыҫ холоҡло атаһы, әсәләре үлгәс, тағы ҡырыҫланған. Бесән ваҡытында балаларын таңдан уятып эшкә алып китер булған. Сабыйҙар бит, йоҡлағылары килә. Аталары ике ҡабатлап тормаған, бер әйтеүгә тормаһалар, ҡайыш менән һыҙырған. Минең буласаҡ ирем шуларҙың барыһын да татып, күреп үҫкән, ҡатын-ҡыҙҙы кешегә һанайһы түгел, тигән уй күңеленә йәштән үк һеңеп ҡалған. Дүрт бала етем ҡалғанда, олоһона — минең буласаҡ иремә — 12, иң бәләкәсенә өс йәш була. Өләсәләре: “Улым, өйлән, мин был дүрт малайҙы ҡарай алмайым”, — ти.
Тик йәш әсәләре ҡәйнәһенең уҫаллығына түҙә алмай өйөнә ҡайтып китә. Шулай итеп, малайҙар өләсәләре тәрбиәһендә үҫә. Тик тәртипле итеп, бисмилла әйтеп, йылы һүҙҙәр менән ҡарамай уларҙы әбей. Малайҙар йәштән тәмәке тартып, араҡы эсеп, бик әшәке итеп һүгенә торған булып үҫә.
Бына шундай ғаиләгә килен итеп урлап алып ҡайттылар мине. Урлағас, никах өҫтәле әҙерләнгән тип уйлайым бит инде. Баҡтиһәң… өйҙәрендә бер нәмә лә юҡ, хатта ҡамыр ҡуйырға ондары ла. Унан-бынан өҫтәл хәстәрләп, үҙебеҙ никах үткәрҙек.
Ярай, йәшәй башланыҡ. Икебеҙ ҙә колхозда эшләйбеҙ. Бер буш торған колхоз йорто бар ине, шуны, хәлебеҙгә инеп, беҙгә бирҙеләр. Ярты йылға яҡын һәйбәт кенә йәшәнек. Тора-бара ирем бик йыш ҡына эсеп ҡайта, тауыш сығара, бик әшәке һүҙҙәр әйтә, әсе итеп һүгенә, етмәһә, ҡул күтәрә башланы. Үҙем, ир-малайҙар араһында үҫһәм дә, бер әшәке һүҙ ишетмәйенсә, бисмиллалы, тыныс ғаиләлә буй еткерҙем. Тауыш күтәреп һөйләшкән кеше юҡ ине беҙҙең өйҙә. Ирем һүгенгән һайын өҫтөмә бысраҡ һыу һипкән кеүек. Етмәһә, нимә бешерһәм дә, оҡшатмай. Әҙерләй белмәгән кеше түгел мин, нимәгә тотонһам да, маҡтай-маҡтай ашайҙар. Бәйләнергә бер сәбәп кәрәк булғандыр, күрәһең. Ашағанда бер генә мәртәбә лә һүгенмәйенсә тормай. Ризыҡ өсөн үҙем оялып ултырам. Шул тиклем тәрбиәһеҙ. Туғыҙ айҙан һуң ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Булмай инде, ахыры, сабырлығым бөттө, тим, шулай көн артынан көн үтә... Ҡыҙыбыҙға ун йәш булғанда, улым донъяға килде. Иҫке генә телевизорыбыҙ бар ине. Улыма дүрт йәштәр самаһы. Атай кеше телевизорҙы күтәреп сығып бара, эсергә аҡса кәрәк. Улым: “Атай, алып китмә инде”, — тип кес кенә ҡулдарын һуҙып илап ҡалды. Уны бер ситкә этеп кенә ебәрҙе.
Ул көндән-көн яуызланды. Шунан бер хәбәр ишетелде: ауылыбыҙҙағы араҡы һатып ятҡан бер тол ҡатынға эйәләшкән икән. Күҙҙәре тоноп, һуң ғына иҫереп ҡайта ла һүгенә-һүгенә мине туҡмай. Ҡайтмай ҡалған көндәре лә булды. Кейенгән килеш йоҡлайым. Балаларҙың да ҡоттары алынып бөттө, өлкәне тотлоға башланы. Ҡайтмаһа, төн уртаһында теге ҡатындың ҡапҡа төбөнә барып көтөп торам, ул сыҡҡас: “Нимә мине эҙләп йөрөйһөң, эт”, — тип һүгенә-һүгенә ҡайта ла, ишек алдында мине туҡмап, шарт итеп ишекте бикләп инеп китә ине. Ундай төндәрҙе ишек төбөндә үткәрҙем, мәрхәмәте килеп, ишекте сығып асһа — инәһең, асмаһа — һалҡынмы, елме, ямғырмы — шунда үткәрәһең. Береһендә, шулай, дер-дер килеп теге ҡатындың ҡапҡа төбөндә ултырғанда, ҡараһам, артымдан ҡыҙым килгән. “Һине ҡыйнап үлтермәһен тип килдем”, — ти. Ҡыҙымды ҡыҫып-ҡыҫып ҡосаҡлап иланым. Бер-беребеҙгә иптәш булып бик оҙаҡ һаҡланыҡ беҙ ул ҡапҡа төбөн.
Эскән араҡыһынан булдымы, теге ҡатын нимәлер ҡушып эсерҙеме (кеше шулай тип тә әйтте), минең, балаларҙың күҙ йәше төштөмө, иремдең ашҡаҙаны ауырта башланы. Бер ай самаһы ғына сирләне лә үлде. Мәйетенә теге ҡатын да килгән ине. Кеше: “Нишләп индерҙең уны?” — тиһә лә, мин нишләй алам инде, мәйет өҫтөндә талашып ултырып булмай бит.
Бына шулар барыһы ла бәғеремде таш итте инде. Ваҡыт барыһын да оноттора, тиҙәр. Иремә рәнйеп йәшәгем килмәй. Бәлки, берәй ваҡыт үҙен тыныс ҡына иҫкә төшөрөрмөн, уға бағышлап доғалар ҙа ҡылырмын. Ә хәҙергә… хәҙергә иҫкә төшөргөм дә килмәй…