Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
5 Ғинуар 2020, 12:52
Сабый табылған!
Был хәбәрҙе ишеткәс, барыбыҙ ҙа шатландыҡ.
Балалар яҙмышына бәйле ваҡиғалар айырыуса күңелде ҡыра. Баймаҡ районында ике йәшлек балаһын яңы йыл алдынан алып киткән атай менән бәйләнеш өҙөлгәс, борсоуға төшкән әсә уларҙы эҙләй башлай, туғандарына шылтырата, яҡындарына йөрөп сыға. Аҙаҡ полицияға хәбәр итергә мәжбүр була, тип яҙа Ufa1.ru.
Эш шунда: ир менән ҡатын бергә йәшәмәй, никахтары рәсми рәүештә тарҡалмаған. Ғаилә боҙолоуының сәбәбе – эскелектә, тип иҫәпләй Лилиә. Атай кеше балаһын 2 ғинуарҙа әсәһенә килтерергә вәғәҙә итә, әммә һүҙендә тормай, өҫтәүенә телефонын һүндерә. Лилиә улын ҡуртымға алынған, ире иҫереп йоҡлап ятҡан фатирҙа эҙләп таба.
- Бала ас, өшөп бөткән, атай кеше айнымаған, йоҡлап ята, аңлашып булманы, - тип асырғанып һөйләй ҡатын - Элек опека аша бала менән аралашыу тәртибен хәл иткәйнек, хәҙер суд аша уны үҙгәртергә тура киләсәк...
Фото: шәхси архивтан
Автор: Дина Арсланова. https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Sabiy-tabil-an-63860/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"