Реанимацияла комала ятҡан ир кеше иҫенә килеп, дауахананан ҡасҡан.
Бар дауахана хеҙмәткәрҙәре 50 йәшлек ирҙе күпме генә эҙләмәһен, таба алмаған.
Асыҡланыуынса, ул яланда ҡарға күмелеп йән биргән.
Ирҙең спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланғаны билдәле.
Яҡындары был фажиғәнән шаңҡыған, тип яҙа proufu хәбәрселәре.
Стәрлетамаҡта иһә 24 йәшлек йәш ир улына батутта сальто күрһәтәм, тип, муйынын һындырып, бер нисә көн комала ятҡандан һуң йән биргән...
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова