Новости
5 Ғинуар 2020, 13:07

Радик Юлъяҡшин мөхәббәтен тапҡан, тиҙәр...

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Радик Юлъяҡшиндың йөрәген татар ҡыҙы яулағанға оҡшай, тип яҙалар.

Бына бер нисә ай инде яратҡан йырсыбыҙҙың социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә һары сәсле ҡыҙ менән төшкән фотолар, видеолар күренеп ҡала. Һуңғы яҙмаларҙың береһендә икәүләшеп халыҡты Яңы йыл менән ҡотлайҙар. Әммә серле ҡыҙ хаҡында мәғлүмәт бирелмәй.
Баҡтиһәң, уның исем-шәрифе Инзилә Фәтхетдинова икән. 2018 йылда Ижевск ҡалаһында "Татар ҡыҙы" бәйгеһендә ҡатнашып, "Әкиәти ҡыҙ" номинацияһында еңеү яулаған. Социаль селтәрҙәрҙә йырсының яҙылыусылары: "Бәлки, ул Радиктың мөхәббәтелер, тиҙҙән өйләнеп тә ҡуйырҙар әле", - тип фараз ҡыла.
Фото йырсының сәхифәһенән.
Автор: Самат Ғәлинhttps://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Radik-Yulya-shin-m-h-bb-ten-tap-an-ti-r-63455/
Читайте нас