Сөнки был ил “Голландия” тигән атаманан рәсми рәүештә баш тартты. Нидерланды – бөттө-китте. Властар белдереүенсә, Голландияны сит ил туристары наркотиктар, “ҡыҙыл фонарҙар” (секс-индустрия сәскә атҡан район) кварталы тип ҡабул итә, имеш.
Шуға ла быйылдан башлап, илде Нидерландтар тип танытырға, (бигерәк тә Токиола үтәсәк Олимпиадала һәм “Евровидение – 2020” конкурсында) тәҡдим ителгән.
Реформаға 200 мең евро аҡса түгелә. Улар өсөн күп тә түгелдер...
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолов