Новости
5 Ғинуар 2020, 12:59

Артур Хәкимовтың ҡайҙалығы билдәле

Байкал аръяғындағы хәрби частан бер һалдаттың ҡасҡаны тураһында хәбәр иткәйнек.

Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән ҡалаһында тыуып үҫкән, Байкал аръяғындағы Ҙур Тура ауылында хеҙмәт иткән яугир ҡасыр алдынан әсәһенән ғәфү итеүен һорап СМС-хәбәр ебәрә һәм аҙаҡ телефонын бөтөнләй һүндерә.
Рәсәйҙең һалдат әсәләре ойошмаһынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡасҡан Артур Хәкимовтың ҡайҙалығы билдәле инде. Ул BlaBlaCar сервисы ярҙамында Иркутск ҡалаһына килеп еткән. Үҙе менән ун мең һум аҡсаһы булыуы ла асыҡланған. Көнсығыш хәрби округы матбуғат хеҙмәтендә Хәкимовтың туғандарын һағыныуын һәм уларҙы күреү өсөн ҡасыуын белдерәләр.
Хоҡуҡ яҡлаусылар иһә башҡаса фараз ҡыла. Әммә егет үҙе туғандарына нисек хеҙмәт итеүе тураһында әлегә бер нәмә лә белдермәгән. Әсәһенең йөрәк сирле икәне билдәле, шуға ла Артур ғәзиз кешеһен борсорға теләмәгән, күрәһең. Нисек кенә булмаһын, һалдат иҫән, иң мөһиме шул.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Самат Ғәлин.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Artur-H-kimovti--ay-ali-i-bild-le-63747/
Читайте нас