Октябрьскийҙа йәшәүсе 34 йәшлек ир-егет, баҡһаң, “Крепость мусульманина. Из слов поминания Аллаха, встречающихся в Коране и сунне” тигән китапты Сәғүд Ғәрәбстанында һатып алған булған.
Был китап иһә РФ Юстиция министрлығы тарафынан экстремистик материалдар исемлегенә индерелгән. Яҡташыбыҙ баҫманың тыйылыуын белмәгән.
Унан китапты тартып алғандар һәм ул әлегә һаҡлау камераһында ята. Ә хужаһына административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш асылған.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова