Стэрлебаш шишмэлере
+11 °С
Облачно
Новости
4 Января 2020, 08:29
Учалылар әүҙем ял итә!
Учалы филармонияһында бер көн вальс бейеү буйынса оҫталыҡ дәресе үтһә, икенсе көндө сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеүселәр йога буйынса һабаҡ алды.
Добавить в предпочтительные источники Google
Ә «Музейға яңы йыл бүләктәре» акцияһы сиктәрендә учалылар тарих-крайҙы өйрәнеү музейына шыршы уйынсыҡтары, асылмалар, гирляндалар, шоколад ҡаптары бүләк иткәйне. Ошо бүләктәрҙән музей хеҙмәткәрҙәре матур күргәҙмә лә ойошторорға өлгөрҙө.
Учалы тау-сәнәғәте колледжында ҡыҙыҡлы әңгәмәләр, күнекмәләр үткәрелһә, сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы балалар өсөн файҙалы оҫталыҡ дәрестәре планлаштыра.
"Офоҡ" туризм-спорт үҙәге ойошторған яңы йыл эстафетаһы ла бик күңелле уҙҙы.
Балаларға рәхмәт - ата-әсәйҙәрен төрлө сараларға йөрөтә, өйҙә генә ятырға ирек бирмәй. ))))
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Uchalilar--em-yal-it-62830/
Читайте нас
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"