Новости
4 Ғинуар 2020, 09:02

Шулай ҙа була...

Ҡала уртаһындағы сауҙа үҙәге. Ир менән ҡатындың байрам мәшәҡәттәренә сумып йөрөгән сағы.

Ҡапыл гүзәл зат вәкиле хәләл ефетенең ҡайҙалыр юғалыуын һиҙә. “Былай ҙа эш күп. Ҡайҙа йөрөй икән?” – тип иренең кеҫә телефонына шылтырата ул.
“Тағы баҙарға инеп сығырға тейешбеҙ. Ҡайҙа булдың ул?” – тип борсолоп шылnыратҡан ҡатынына ире: “Иҫләйһеңме, теүәл ун йыл элек ювелир магазинына ингәйнек. Унда һиңә бриллиантлы алҡа менән балдаҡ оҡшап ҡалғайны? Тик ул ваҡытта биҙәүестәр һатып алырлыҡ мөмкинлегем дә, аҡсам да юҡ ине, әммә ҡасандыр ошо хазиналар барыбер һинеке буласаҡ, тип вәғәҙә биргәйнем? Шул урынға кил әле”.
Ҡатын был көтөлмәгән ҡыуаныслы хәлдән күҙ йәшенә мансыла.
- Эйе, шул магазинды бик яҡшы хәтерләйем, – тип яуаплай ул, тауышын саҡ-саҡ сығарып.
- Ҡыҫҡаһы, һине ошо магазинда көтәм, – тип яуап бирә ире.
Шулай ҙа була…
Фото: google.com
Автор: Айһылыу Низамова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Shulay-a-bula-61623/
Читайте нас