Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
4 Ғинуар 2020, 08:58
Кем "Сибай Ҡарһылыуы" булып танылды?
“Ҡарһылыуҙар парады-2020” асыҡ республика фестиваленә ярашлы Сибайҙа ла матур байрам үтте. Тәүге тапҡыр ойошторолған сарала утыҙҙан ашыу Ҡарһылыу ҡатнашты.
Һәр ваҡыттағыса, байрамда мәктәпкәсә учреждениелар һәм ҡала мәктәптәре ҙур әүҙемлек күрһәтте.
“Сибай Ҡарһылыуы” исеменә Валерия Акилова лайыҡ булһа, “Мисс Ҡарһылыу” титулы Хаят Мәхмүтоваға тапшырылды. Әйткәндәй, һәр ҡатнашыусы төрлө номинациялар буйынса билдәләнде, барыһына ла иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Ҡарһылыуҙар флешмоб, шыршы тирәләй әйләнеү, сәхнәлә дефиле кеүек конкурстарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. Сараны ойоштороусылар - ҡала хакимиәте, уның мәҙәниәт бүлеге, Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, “Тиҫтер” үҫмерҙәр клубы.
Фотолар Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге сайтынан.
Автор: Карима Усманова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kem-Sibay-ar-iliui-bulip-tanildi-62600/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"