Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Ғинуар 2020, 08:59
Ир-ат эсмәгән булһа...
Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһы кеше урлауҙа ғәйепләнгән өс кешегә ҡағылышлы ғәйепләү һығымтаһын раҫланы.
Мәғлүм булыуынса, быйыл августа бергә “күңел асып” ултырғанда, өс ирҙең береһе банк картаһынан 60 мең һум аҡсаһын урлауҙарын белеп ҡала. Уғрылыҡта таныштары шик аҫтына эләгә.
…Әшнәләр теге ирҙең фатирына бара, әммә ул өйҙә булмай сыға. Былар күп уйлап тормай, уның туғанын аманатҡа алып, аҡса таптыра башлай. Етмәһә, уны автомобиль багажнигына һалып, ҡала буйлап йөрөтәләр, әленән-әле туҡмайҙар. Бер ҡатын был хәлде күреп ҡалғас та, полицияға хәбәр итә. Шул арҡала ғына ир ҡәбәхәттәрҙән ҡотолоп ҡала.
Әле кеше урлаусылар Рәсәй Енәйәт кодексының “төркөм менән алдан килешеү буйынса кеше урлауы”, “үлтереү менән янау” кеүек статьялары буйынса ғәйепләнә. Әммә әлегә улар ғәйептәрен өлөшләтә генә таныған. Енәйәт эше судҡа тапшырылған.
Бөтә яуызлыҡтар башында “йәшел йылан” тора. Был осраҡта ла ирҙәр эсмәһә, бындай ҡанһыҙлыҡҡа бармаҫ ине...
Фото:
dp.oblast.online
Автор: Рәмилә Мусина
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/Ir-at-esm-g-n-bul-a-61096/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"