2 ғинуар кисендә Елмерҙәк бөгөлө янында бер автомобиль юлдан тайып китеп, кюветҡа төшөп киткән. Водителе - йәш әсә һәм балаһы шулайтып бәләгә ҡалған. Машинаны сығарыу түгел, улар салондан тышҡа сыға алмаған. Өҫтәүенә был ҡараңғы төбәктә кәрәҙле элемтәнең бер ҡасан да булғаны юҡ. Ярай үткенсе кешеләр туҡтаған һәм ысын мәғәнәлә ҡотҡарыу операциһы яһаған: — Мы не могли дозвониться до Службы спасения. Но огромное спасибо мощному полноприводу, который вытянул автомобиль. Кстати, возите с собой лопаты! — тип яҙған аҙаҡ ваҡиғаның шаһиты Гөлнара Шәмсетдинова. "Билайн", МТС йәки "Мегафон"ға был төбәкте телефонлаштырырға күптән кәрәк шул. Юҡ, улар хаҡтарҙы ғына арттыра... Фото: "Бәйләнештә" селтәренән