Ике еңел автомобиль ҡаты бәрелешә. “Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәр итеүенсә, һөҙөмтәлә бер кеше һәләк булған, алты кеше төрлө йәрәхәттәр алған - араларында бәләкәй балалар ҙа бар.
Урында ҡотҡарыусылар, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы хеҙмәткәрҙәре, ике берәмек техника эшләгән.
Күренеүенсә, бөгөнгө көн дә матур һауа торошо менән ҡыуандырмай. Ведомствонан иҫкәртеүҙәренсә, ҡарлы ямғыр яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Шуға күрә юлға сыҡҡан кешеләргә айырыуса һаҡ булыу кәңәш ителә. Тиҙлекте, хәүефһеҙ дистанцияны һаҡлап ҡына йөрөйөк!
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/D-l-k-nd---ur-inis-avariya-62987/