Новости
4 Ғинуар 2020, 08:25

Һауа торошо - 4-6 ғинуар

Көндәр йылы булмаҡсы... Ләкин был беҙҙе артыҡ һөйөндөрмәй...

4 ғинуар - көн болотло буласаҡ. Төндә бер аҙ ҡар яуһа, ҡайһы бер райондарҙа иртән һәм көндөҙ рашҡы водителдәргә оло хәүеф тыуҙырасаҡ - юлдар боҙ менән ҡапланасаҡ, көрт тә һаласаҡ. Ағастарға бәҫ ҡунасаҡ.
Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге - 7-12 м/с, ҡай саҡ көсө 18-23 м/с етәсәк.
Һауа температураһы төндә -5,-10°, урыны менән -15°, көндөҙ +1,-4°, урыны менән -9°.
Юлдарҙа төндә һәм иртән томан!
5 һәм 6 ғинуарҙа ла көн әллә ни үҙгәрмәйәсәк.
Һауа температураһы төндә -3,-8°, урыны менән -13°, көндөҙ 0,-5°.
Фото: Интернеттан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/aua-torosho-4-6-inuar-62839/
Читайте нас