Новости
4 Января 2020, 08:40

Аҡсаһыҙ ҙа, ялһыҙ ҙа...

Өфөлә турагентлыҡ хужаһы клиенттарын алдаған!

"Five Stars" ойошмаһы етәксеһе Гөлнара Яфаеваға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғалтылды. Уның "ярҙамы" менән 177 кеше аҡсаһыҙ ҙа, ялһыҙ ҙа ҡалған. Улар яңы йыл байрамдарын йылы диңгеҙ буйында үткәрмәк булып сит илдәргә юллама алған булған. Хаҡтар ҙа тешләшкән: 60 меңдән алып 340 мең һумға тиклем!
Һөҙөмтәлә турагентлыҡ хужаһының кеҫәһенә 20 миллион һум аҡса кереп ятҡан. Ярай алданған клиенттар тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итеп өлгөргән. Шулай ҙа байрам кәйефе юҡҡа сыҡҡан инде.
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/A-sa-i--a-yal-i--a-62988/
Читайте нас