Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Ғинуар 2020, 08:30
17 йәшлек егет петарда шартлатҡанда ҡулдарын яндырған...
Стәрлетамаҡта йәш егет "Корсар" петардаһын шартлатҡанда, ҡулдарын ныҡ яндырған. Яңы йылды ул дауаханала ҡаршылаған.
Пиротехник әйберҙәрҙе ҡулланғанда һаҡ булығыҙ!
- уларҙы бина эсендә файҙаланыу тыйыла;
- биналарҙан 20 м алыҫлыҡта ғына атырға рөхсәт ителә;
- ағастар, электр сымдары аҫтында, тиҙ яныусан әйберҙәр янында ла уларҙы атыу ярамай;
- ел булғанда фейерверктарҙы ҡулланмағыҙ;
- филтәһен тоҡандырғанда пиротехник әйбер өҫтөнә эйелмәҫкә;
- йәмшәйгән, корпусы боҙолған, ҡулланыу ваҡыты үткән әйберҙе тотонмағыҙ;
- пиротехник әйберҙәрҙе йылытыу приборҙары, асыҡ ут янында һаҡларға ярамай;
- уларҙы боҙоп, эсен соҡоп ҡарау, усаҡта яндырыу хәүеф менән янай;
- пиротехник әйберҙәрҙе кешеләргә һәм хайуандарға йүнәлтеү, балаларға биреп ҡуйыу үтә хәүефле;
- эскән килеш улар менән ҡулланыу тыйыла, янында тәмәке тартыу ҙа ҡурҡыныс.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/17-y-shlek-eget-petarda-shartlat-anda-uldarin-yandir-an-62824/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"