Новости
3 Ғинуар 2020, 12:53

Ҡыш Бабай бар ул, бар!

Ошо фотоһүрәт – уның ғәмәлдә барлығына ғына түгел, хеҙмәтенең яуаплы ла, мөһим дә, хатта хәүефле лә икәнлегенә асыҡ дәлил.

Бына ошо ғәжәйеп Ҡыш Бабайҙы Өфөләге Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге йорттарҙың береһендә фотоға төшөргәндәр. Унда йәшәүселәрҙең Яңы йыл байрамын ҡаршылауға үҙенсәлекле лә, хатта фантазиялы ҡарашы ла был.
Күреүебеҙсә, Ҡыш Бабай фатирҙарҙың береһенең тәҙрәһенә “үрмәләп бара”. Йәнәһе, ул төбәктә йәшәүселәргә бүләк тапшырырға уйлай.
Бына ошондай ҡыҙыҡлы күренешкә юлыҡҡан һәм фотоға төшөргән коллегабыҙ - “Молодежная газета” хеҙмәткәре Мария Николаева. Фотоһүрәттең авторы үҙе лә сағыу-ҡыҙыл кейемдәге берәүҙең балконға үрмәләүе хаҡында кинәйәләп яҙған.
Фото социаль селтәрҙәрҙән.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ish-Babay-bar-ul-bar-61911/
Читайте нас