Новости
3 Ғинуар 2020, 14:57

ТАБИПТАРҒА ЯҘЫЛЫУ ТӘРТИБЕ ҮҘГӘРҘЕ

Яңы йылдан ҡайһы бер табиптарға яҙылыу тәртибе үҙгәрҙе.

1 ғинуарҙан кардиолог, невролог, эндокринолог, гастроэнтеролог һәм пульмонологтарға бары тик участка терапевының йүнәлтмәһе аша ғына эләгергә мөмкин буласаҡ. Терапевтар иһә үҙ сиратында пациенттарға уларҙың күрһәтмәһе кәрәк, тип һаналған осраҡта ғына бирергә тейешле. Дөрөҫөн әйткәндә, бындай талап күптән үк ҡуйылған булған. Ләкин ул урындарҙа күҙәтелмәгән. Шунлыҡтан "Инцидент"ҡа ла күп ялыуҙар килгән булған. Бынан ары врачтар үҙҙәренә ҡуйылған талаптарға таянып эш итергә мөжбүр буласаҡ.
Автор: Лилия Такаева
https://hakmar.rbsmi.ru/articles/common_material/Vrachtar-a-ya-iliu-t-rtibend--g-resht-r-62473/
Читайте нас