Новости
3 Ғинуар 2020, 12:59

"Әсәй, минең үлгем килмәй!.."

«Ул көндө онотоу мөмкин түгел». 2015 йылдың 12 июлендә Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалған яҡташыбыҙ Рөстәм Нәбиев шулай тип яҙа социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

“Мин барыһын да яҡшы хәтерләйем: бина емерелә башлаған ваҡыттан алып ҡотҡарыусылар үҙемде емереклектәр араһынан табып сығарғанға тиклем. Ул мәлдә йоҡларға йыйынып йөрөй инек. Мин тәҙрә эргәһендә торам. “Бегом!” - тип ҡысҡырған тауышты ишетеп, боролорға ла өлгөрмәнем, иҙән менән бергә ишелеп төшөп киттем. Шунда уҡ кирбес һәм плитәләргә күмелдем. Тәүге бер нисә минутта тынлыҡ хөкөм һөрҙө. Унан: “Ҡотҡарығыҙ!”, “Әсәй, минең үлгем килмәй!” - тип ҡысҡырыша, илаша башланылар...
Дуҫтарымдың тауышын ишеттем, ҡайһы берҙәре менән емереклектәр араһында һөйләшеп яттыҡ. Аҙаҡ ҡына һуңғы тапҡыр аралашҡаныбыҙҙы аңланым. Ҡотҡарыусылар мине тапҡас, оҙаҡ ваҡыт сығара алманылар. Баш осомда теләһә ҡайһы ваҡытта ишелеп төшөү ҡурҡынысы булған плитә аҫылынып тора ине...»
Фото: gorobzor.ru
Автор: Венер Исхаҡов.
Читайте нас