Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Ғинуар 2020, 12:49
Нисек дөрөҫ туҡланырға...
Диетологтар һәр өс сәғәт һайын аҙ-аҙлап ашарға ҡуша. Ғәмәлдә беҙ шоколад, печенье, кәнфит менән сәй эсергә яратабыҙ.
Улар юғары калориялы булғанлыҡтан, кәүҙәгә зыян килтереүе бар. Был ризыҡтар урынына нимә ашау дөрөҫ? Еләк-емеш, кипкән емештәр. Көнөнә 400 грамм йәшелсә һәм еләк-емеш ашарға кәрәк.
Ашағы килеү тойғоһон баҫыр өсөн алма йәки банан ғына ашап ҡалмайынса, ошо емештәрҙән салат яһарға ла була. Шунда уҡ сәтләүек һәм еләк тә өҫтәй алаһығыҙ. Әфлисун менән алма уртаса - 150-200 грамм, помидор менән ҡыяр – 150, болгар боросо - 150-200 грамм. Көн дауамында алма, әфлисун һәм йәшелсә салаты ашаһаң, 400 грамға етә.
Эремсек менән кефир ҙа файҙалы. Был осраҡта эремсекле ризыҡ алырға ярамай, сөнки уларға насар сифатлы майҙар ҡушыла. Ә кефирҙың майлылығы аҙ булғанын һайлағыҙ.
Бутерброд яһарга иренмәгеҙ. Әйтәйек, эремсекле бутерброд. Эремсеккә йәшел тәмләткестәр ҡушып болғатаһығыҙ ҙа киптерелгән икмәк киҫәгенә (хлебцы) һылайһығыҙ. Эремсеккә помидор һәм болгар боросо ла турап һалығыҙ. Йә булмаһа, киптерелгән икмәккә бешкән тауыҡ ите менән ҡыяр ҡуйып ашағыҙ.
Автор: Самат Ғәлин.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Nisek-d-r--tu-lanir-a-60353/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"