Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Ғинуар 2020, 12:43
Күрше Ваня ни хәлдә?
Билдәле булыуынса, Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында бынан бер йыл элек Яңы йыл төнөндә бер йорт шартлап, күп кеше һәләк булғайны.
Яңы йыл мөғжизәһе булараҡ, ҡотҡарыусылар емереклектәр араһынан ун айлыҡ Ваня Фокинды 30 сәғәт үткәс кенә табып ала. Мәскәү табиптары йыл буйы Ваняның имгәнгән аяғын ҡотҡарып ҡалыу өсөн көрәшә. Һөҙөмтәлә, аҡ халатлылар сабыйҙың аяғын ампутациялауҙан һаҡлап ҡалыуға өлгәшә.
Быйылғы Яңы йылды Ваняның ғаиләһе өр-яңы фатирҙа ҡаршылаған. Хәҙер малай йүгереп йөрөй һәм байрамдан һуң тәүге тапҡыр балалар баҡсаһына барасаҡ.
Ошо хәлдән һуң Яңы йыл мөғжизәһеҙ булмай тип әйтеп ҡара...
Хеҙмәттәшебеҙ Римма Солтанова Ваняға арнап шиғыр ҙа яҙғайны.
ВАНЯ, ВАНЕЧКА
Байрам төҫөн һин дә тоя инең,
Ҡупшы шыршы, тәтәй эленгән.
Тәмлекәстәр менән өҫтәл тулған,
Өйҙөң эсе матур биҙәлгән.
Яңы уйынсығың менән уйнап
Арының да, талдың йоҡоға.
Төштәр күрҙең: Ҡыш бабайҙың
Тағы ни бар икән тоғонда?
Ҡара томан, шартлау-гөрһөлдәүҙәр
Бүлде, сабый, тәмле йоҡоңдо.
Аңламай ҙа ҡалдың ни булғанын,
Ҡараңғылыҡ баҫты йортоңдо.
Ғүмереңдең тәүге Яңы йылын
Ҡаршыланың яңғыҙ, һыуыҡта.
Яуыз ниәт, әллә ғәмһеҙлекме
Һине көсләп тартты тамуҡҡа.
Әҙәм күтәрмәҫлек һынауҙарға
Нисек түҙҙе кескәй йөрәгең?
Ҡанаттарын елпеп фәрештәләр
Булды микән һинең терәгең?
Баш эймәгән ата-бабаң һыны,
Һиндә сағылғандай тойола.
Кескәй Ваня – еңелмәгән рухтың
Һин символы бөгөн донъяла.
Күҙҙәреңдә – ышаныс һәм өмөт,
Бирешмә һин, Ваня, Ванечка.
Ғәфү ит һин беҙҙе, ололарҙы,
Йәшәү өсөн тырыш, Ванечка!
Фото: Газета. py
Автор: Карима Усманова.https://bash.rbsmi.ru/articles/rubrikalartop/K-rshe-Vanya-ni-h-ld-62062/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"