Йыл башланып та өлгөрмәне, ут алты кешенең йәнен ҡыйып өлгөрҙө. Яңы йыл төнөндә дүрт, 1-2 ғинуарҙа тағы ике үлем теркәлгән. Һуңғыларына туҡталайыҡ: - Ҡариҙел районының Базелевка ауылында бер бүлмәле фатирҙа ҡупҡан янғынды һүндергәндән һуң 85 йәшлек әбейең кәүҙәһе табылған, - Өфө районының Михайловка ҡасабаһында өй янғанда 77 йәшлек бабай үлгән. Янғындарға шырпы-маҙар менән һаҡһыҙ мөғәләмә итеү, электр ҡорамалдары һәм мейес менән ҡуллана белмәү йәки сафтан сығыуы килтергән тиҙәр ҡотҡарыусылар. Әлеге ваҡытта РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса ҡотҡарыусылары юғары әҙерлек режимына күсерелгән. Фото: "Бәйләнештә" селтәренән