Новости
3 Ғинуар 2020, 09:09

Эльбрус Ниғмәтуллин "Боҙ баттл"да ғәйрәтен күрһәтте

Өфөлә ошо көндәрҙә "Терра Ҡыш" исемле күңел асыу программаһы бара.

Уның буйынса Ҡарһылыуҙар парады, санаға егелгән аттар бәйгеһе, эттәр фестивален үткәреү ҡаралған. Шулай уҡ башҡорт батыры Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған "Боҙ баттл"да ҡатнашырға мөмкин булды. Бөгөнгө бәһлеүәндәр боҙ күтәреп көс һынашты. Улар Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килгән донъя һәм ил чемпиондары, пауэрлифтинг буйынса донъя чемпиондары ине. Ике сәғәт ярым эсендә батырҙар 30-250 килограмлыҡ боҙҙар менән көс һынау күрһәтте. Улар "Баһадирҙар керлингы", "Фермер ял итеүе", "Аполлон күсәре" тип аталды. Фото: ufacity.info
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Elbrus-Ni-m-tullin-Bo-battl-da--yr-ten-k-r-tte-61457/
Читайте нас