Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
3 Ғинуар 2020, 13:01
"Ҡайҙа шул тиклем ашыҡтың?"
Благовещенда "Мерседес" машинаһында водитель зыярат ҡапҡаһын емереп кереп киткән. Ваҡиға урынынан фотоларҙы "БашДТП" төркөмөнә һалғандар.
Кадрҙарҙан күренеүенсә, авария һөҙөмтәһендә зыяраттың ҡапҡаһы емерелгән, автомобилдең алғы яғы ныҡ ватылған. Водителдең хәле нисектер, әлегә билдәһеҙ.
Социаль селтәрҙәрҙә уның ҡылығына ғәжәпләнеп тә, аптырап та төрлө фараз ҡылғандар. "Ҡайҙа шул тиклем ашыҡтың? Теге донъяғамы әллә?" - тип тә һорағандар. "Сиратһыҙмы? - тиеүселәр ҙә бар.
Ни булһа ла, әлеге шул хәмер ғәйеплелер, шайтан ҡотортҡандыр тигән уй килә. Айыҡ кеше ундай ҡылыҡҡа бармаҫ.
Фото "Новости Уфы и РБ" төркөмөнән.
Автор: Миләүшә Сайтакова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ay-a-shul-tiklem-ashi-ti-61819/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"