Иртән сәғәт туғыҙҙар тирәһендә Борай районында ҡара-ҡаршы килгән ике "Лада Гранта" бәрелешкән.
Береһенең водителе, Салауат ҡалаһынан 73 йәшлек ир, дауаханала йән биргән, уның 71 йәшлек ҡатыны ла ауыр йәрәхәттәр алған.
Икенсе машинаның 39 йәшлек водителе лә дауаханаға һалынған (ул Яңауылдан).
Төнгө сәғәт берҙә Бәләбәй районында Йәрмәкәй районынан 33 йәшлек водитель "Ford С-Max" машинаһында 34 йәшлек ҡатынды тапаған.
Йәйәүле үлемесле яраларҙан шунда уҡ һәләк булған.
Водителдең һүҙе буйынса, ул юл уртаһынан китеп барған. Был фажиғә буйынса тикшереү бара.
31 декабрҙә төш мәлендә Дүртөйлө районында ВАЗ-2113, "Chevrolet Lacetti", КамАЗ һәм "Kia Rio" машиналары бәрелешкән.
Авария ВАЗ пассажирының, ҡатын кешенең, ғүмерен ҡыя. Ошо уҡ машинаның водителе һәм ике бала дауаханала.
Киске сәғәт етелә Стәрлетамаҡ районында "Mitsubishi Lancer" менән ВАЗ-2107 машиналары һуғыла. Бер кеше һәләк булған.
Бынан тыш тағы дүрт кеше (шул иҫәптән бер бала) ҙур зыян күргән.
Һәләк булғандарҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Yul-fagi-l-re-30-31-dekabr-61201/