

Өфө районында юл сатында ВАЗ-2115 менән "Subaru XV" машиналары бәрелешкәнен кисә хәбәр иткәйнек. ВАЗ-дың 67 йәшлек водителе аварияла һәләк булған. Уның 66 йәшлек ҡатыны дауаханала. Улар Өфө районынан.
"Subaru XV" машинаһын йөрөткән 26 йәшлек ҡатын Нуғай ауылынан.
Тәүлек эсендә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре 63 иҫерек водителде тотҡан, шулай уҡ урланған автомобилде эҙләп табып, хужаһына кире ҡайтарған.
Әйткәндәй:
Үткән аҙнала (23-29 декабрҙә) 85 автомобиль аварияһы булып, 7 кешенең ғүмере өҙөлгән, 101 кеше травмалар алған.
Аҙна эсендә 292 иҫерек водитель тотолған (уларҙың 172-һе - йома-йәкшәмбелә)!
44 тапҡыр машиналар бәрелешкән; 22 йәйәүле кеше төрттөрөлөп, өсөһө үлемесле яраларҙан үлгән.
Һәр дүртенсе авария йома көнөнә тура килә.
Фото: Д.З.Ғилметдинов.