“Күҙәтеү идаралығы иҫәпләне – 2019 йылда мин 43 районға эш сәфәре менән сығып, 403 объектта булғанмын һәм 141 тапҡыр халыҡ менән осрашҡанмын. Эш сәфәрҙәрем һөҙөмтәһе буйынса Башҡортостан юлдаш телевидениеһында “Республика LIVE
#дома” тапшырыуы 103 тапҡыр эфирға сыҡты. Хәл ҡатмарлы булған урындарға бер нисә тапҡыр сыҡтым: Сибайҙа – алты, Өфөлә – 29, Стәрлетамаҡ һәм Салауатта икешәр тапҡыр осрашыуҙар үтте.