Новости
2 Ғинуар 2020, 13:21

Вәт һиңә бабай!

Мәләүез ҡалаһында бер ир полицияға мөрәжәғәт иткән. Яңы йыл байрамы алдынан ул бик күңелһеҙ хәлгә тарыған.

52 йәшлек ир, “Ситроен” маркалы автомобилендә Смоленская урамындағы магазин янында туҡтаған да, бер нисә минутҡа кибеткә инеп киткән. Асҡысын автомобиль эсендә ҡалдырған. Әммә магазиндан сығыуға транспорт сараһын урынында тапмаған.
Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала енәйәт ҡылыусыны тотҡан. Баҡһаң, кеше машинаһына 65 йәшлек пенсионер ултырып сығып киткән икән.
Енәйәт эше ҡуҙғатылған, автомобиль хужаһына ҡайтарыласаҡ.
Ә полиция хеҙмәткәрҙәре иҫкәртә: бер нисә генә минутҡа сыҡһағыҙ ҙа, автомобилдә ҡабыҙыу асҡысын ҡалдырмағыҙ! Сигнализация һәр ваҡыт тоҡанған хәлдә булһын!
Фото: tvk6.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаеваhttps://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/V-t-i--babay-59425/
Читайте нас