Новости
2 Ғинуар 2020, 11:27

Һәләк булған егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ

30 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһында 17 йәшлек үҫмерҙең ғүмере бәхетһеҙ осраҡ һөҙөмтәһендә ҡыйылған.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар белдереүенсә, ул атаһы менән өйҙә ремонт менән булышҡан. Үҫмер ҡулына "болгарка" тотоп, ултырғысҡа менгән һәм кәүҙәһен тота алмай, ҡолап төшкән. Фажиғә күҙ асып йомғансы булған - инструменттың өйрөлгән дискы муйынындағы йоҡо артерияһын ҡырҡҡан. Бындай йәрәхәт бик ҡурҡыныс - үҫмер йән биргән. Төбәк Тәфтиш комитеты был хәлде тикшерә. Фото: Ксения Калинина
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/l-k-buliusi-egette-ya-indarini-auir-ay-i-in-urta-lashabi-60228/
Читайте нас