Проблема нимәлә?
Яңы йылдан күптәр мөғжизә көтә. Ә ғәмәлдә барыһы ла...ҡәҙимгесә килеп сыға. Унан һуң, оҙайлы ялдар ваҡытында буш ваҡыт күберәк була. Эш ваҡытында, ғәҙәттә, яҡындарығыҙ менән иртәле-кисле бер нисә сәғәт кенә күрешәһегеҙ. Ә бында барыһы ла күҙ алдында: көндәлек мәшәҡәттәр бер ҡайҙа ла китмәгән, ашарға әҙерләргә, керҙе йыуырға, балаларҙы ҡарарға кәрәк. Ошо нигеҙҙә ҡытыршылыҡтар тыуа, өйҙәгеләрҙең теге йәки был ҡылыҡтары оҡшамай башлай. Эләгешеп китеү ҙә оҙаҡ түгел.
Унан һуң, ғаилә ағзаларының төрлөһө төрлө холоҡло: кемдер байрамдарҙы сәйәхәткә, аралашыуҙарға бағышлайһы килә, ә икенсеһенең арығанлыҡ тойғоһо кисереүе, шуға өйөнән дә сыҡҡыһы килмәүе, тыныс тормош көҫәүе бар. Һөҙөмтәлә ике яҡлы бәхәс үпкәләшеү, кәйефте ҡырыу менән тамамланыуы ихтимал. Нимә эшләргә һуң?
Ғәмәлдә иһә был проблемалар кешенең үҙ-үҙенә идара итеүенә бәйле. Һүҙ ғәҙеллек һәм иғтибар хаҡында бара. Шуға ла әйтер һүҙҙәрегеҙҙе ипле, итәғәтле, урынлы итеп еткерә белегеҙ, сөнки үпкә һәм асыуҙы ла дөрөҫ итеп ҡулланырға була.
Мәҫәлән, һеҙҙең йәнегеҙ көйә һәм яҡынығыҙға: “Һин нимә, аҙна буйы телевизор алдында ятырға йыйынаһыңме ваҡыт әрәм итеп?” – тип әйткегеҙ килә. Ошо уҡ фекерҙе икенсе төрлөрәк итеп яңғыратҡанда? “Минең өйҙән сығып, күңелле итеп ваҡыт үткәргем килә. Һин минең менән фәлән урынға бараһыңмы?” – тип, мәҫәлән. Был саҡта ҡаршылыҡты шыма ғына үтеп китеү мөмкинлеге тыуа.
Үҙегеҙҙе ҡарағыҙ
Байрамдарҙа ҡәҙимге физик хәл-торошоғоҙҙо боҙоуығыҙ бар. Шуға ла ял көндәре оҙон тимәгеҙ, ваҡытында йоҡларға тырышығыҙ, иртән торғас та, мәшәҡәттәрҙе теүәлләп, саба башламағыҙ. Тигеҙ туҡланығыҙ: артыҡ та, аҙ ҙа булмаһын. Буш ерҙә кәйеф боҙорға тырышмағыҙ. Ғөмүмән, күңелһеҙ хәлдәрҙе урап үтергә тырышығыҙ. Мәҫәлән, күңелегеҙгә ятмаған, “яратмаған” туғандар һәм дуҫтар менән аралашыуҙан тыйылығыҙ, мөмкин булһа, ҡайһы бер эштәрҙе кисектереп тороғоҙ.
Кәйеф күтәреүгә килгәндә, үҙ күңелегеҙҙе үҙегеҙ асығыҙ! Ул саҡта һеҙгә ҡалғандар ҙа эйәрер. Яратҡан ирегеҙ йә ҡатынығыҙ, әкиәттәгесә, тылсымлы зәңгәр вертолетҡа ултырып осоп килер ҙә бушлай кино күрһәтер тип өмөтләнмәгеҙ. Шуға ла иң тәүҙә күңелегеҙ ҡайҙа ашҡынғанын төшөнөп алығыҙ, унан инде ысынбарлыҡтағы ғәмәлдәргә тотоноғоҙ.
Ваҡыт тураһында онотмағыҙ
Байрам ни, иҫәпле генә булараҡ, үтер ҙә китер ул. Ә яҡындарығыҙ, ғаиләгеҙ эргәгеҙҙә ҡалыр. Ҡәҙимге тормош режимына күсерһегеҙ, бер-берегеҙҙе тағы ла һирәк күрә башларһығыҙ, ҡытыршылыҡтар ҙа юҡҡа сығыр... Шуға ла байрамда тәмһеҙләшеүҙәрҙән ҡасырға тырышығыҙ.
Юҡ-бар сәбәп табып, бер-берегеҙҙең нервыһын ашағансы, ҡылыҡтар өсөн яуаплылыҡ алырға өйрәнегеҙ. Мәҫәлән, иң тәүҙә асыҡлау фарыз: фәҡәт һеҙҙең нимәгә йәнегеҙ көйә? Күңелһеҙ, йөрәктә ҡыйын булған өсөн; Яңы йыл бүләктәренә артыҡ күп аҡса түккәнгә; был юлы ла Парижға (диңгеҙгә, Австралияға, күрше ауылға булыуы ла бар – варианттар миллион) бара алмағанға; яңғыҙ ҡалғанға; күрше Хөббөтдиновтарҙың тормошо күпкә күңеллерәк тойолғанға... Был һорауҙар борсой икән, тимәк, һеҙгә ошолар өсөн үҙегеҙгә яуаплылыҡ алырға кәрәк, сөнки был мәсьәләләр башҡаларға ҡыҙыҡ түгел. Берәү ҙә һеҙҙең кисерештәрегеҙҙе аңлап, йәлләп, тынысландырып ултырырға ла ялланмаған. Ғөмүмән, башҡаларға ҡарата ҡулланыусылар ҡарашынан арынған осраҡта, күҙегеҙ асылғандай тойолор һәм, ниһайәт, күрше Хөббөтдиновтарҙы уйлап, энергия сарыфлағансы, фәҡәт үҙегеҙ нимә теләгәнегеҙҙе аңғарырһығыҙ. Ә үҙен хәстәрләй алған, ҡылыҡтарына яуап биргән кеше башҡалар хаҡында ла уйлай беләсәк, байрам мөнәсәбәттәр асыҡлау осорона түгел, ә күңелле ялға әүереләсәк.