Новости
2 Ғинуар 2020, 11:22

Ғинуар айында юбилейҙар

1 – БР-ҙың халыҡ артисы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор Абрар ҒАБДРАХМАНОВТЫҢ тыуыуына – 85 йыл (1935 – 2013).

– филология фәндәре докторы, профессор, тел белгесе Фирҙәүес ХИСАМЕТ­ДИНОВАҒА – 70 йәш (1950).
– Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Факиһа ТУҒЫҘБАЕВАҒА – 70 йәш (1950).
2 – күренекле башҡорт шағиры Шәйех­зада БАБИЧТЫҢ тыуыуына – 125 йыл (1895 – 1919).
– шағирә, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зөлфиә ХАННАНОВАҒА – 50 йәш (1970).
3 – яҙыусы, журналист, Башҡортос­тан­дың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Салауат КӘРИМОВҠА – 60 йәш (1960).
4 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы Эльвира ЮНЫСО­ВАҒА – 60 йәш (1960).
5 – БАССР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Рива ИСХАҠОВАҒА – 80 йәш (1940).
9 – Башҡортостандың халыҡ шағиры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ф. Кәрим исемендәге премия лауреаты Марат КӘРИМОВҠА – 90 йәш (1930).
19 – шағир Ринат ХӘЙРИҘЕҢ тыуыуына – 70 йыл (1950 – 1990).
22 – РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы Илфаҡ СМАКОВТЫҢ тыуыуына – 80 йыл (1940 – 1993).
24 – РСФСР-ҙың атҡаҙанған, БАССР-ҙың халыҡ артисы, композитор Бәхти ҒАЙСИНДЫҢ тыуыуына – 90 йыл (1930 – 1991).
29 – шағир, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әхмәр ҮТӘБАЙҒА – 60 йәш (1960).

Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Т. АМАНОВ
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/inuar-ayynda-yubiley-ar/
Читайте нас