Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
2 Ғинуар 2020, 13:23
Фатирында притон ойошторған
Учалы район-ара прокуратураһы 44 йәшлек гражданды РФ Енәйәт кодексының 232-се статьяһы буйынса хөкөм итте.
Быға тиклем дә хөкөм ителеп, бер ҡайҙа ла эшләмәгән ир кешегә, бәлки, яңғыҙ йәшәүе "күңелһеҙ" булып киткәндер. Ғинуар-февраль айҙарында ул үҙ өйөнә наркомандарҙы индерә. Улар фатирҙа синтетик тилерткес матдә ҡулланалар.
Фатир хужаһы тәфтиш барғанда ғәйебен таный, әммә суд ваҡытында күрһәтмәләренән баш тарта.
Наркотик ҡулланыусыларға бина биргәне, шарттар тыуҙырғаны өсөн был әҙәм йыл ярым ваҡытҡа иркенән мәхрүм ителде, шулай уҡ алда сығарылған хөкөм иҫәпкә алынып, ул дүрт йылға холоҡ төҙәтеү колонияһына оҙатылды.
Фото: 24rus.ru
Автор: Римма Султанова.https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Fatirinda-priton-oyoshtor-an-59389/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"