Новости
2 Ғинуар 2020, 12:12

Байрамдан һуң организмды рәткә килтерегеҙ

Йыл хужаһын шартына килтереп ҡаршы алыр өсөн һәр ҡатын-ҡыҙ өҫтәлдәр һыйҙан һығылып торһон тип ныҡ тырышҡандыр, моғайын. Күтәренке байрам рухы, ҡунаҡтар, бүләк бирешеү, һыйлы өҫтәл – бик күңелле күренеш. Икенсе яҡтан, был төндә төрлө аҙыҡты бутап күп ашау организм өсөн дә, дөйөм һаулыҡ өсөн дә ауыр. Табиптар түбәндә нисек итеп тиҙ генә элекке хәлгә ҡайтырға тип кәңәш бирә.

“Икенсе көндө дөрөҫ башлағыҙ” ти улар. Төндә күп ашағанлыҡтан, иртәнге ашты үткәреп ебәрегеҙ йә булмаһа күп итеп һыу эсегеҙ, емеш-еләк ашағыҙ. Тик икенсе көндө үк организмды таҙартам тип, ашауҙан бөтөнләй баш тартырға ярамай, улай иткәндә, организм стресс кисерәсәк. Иртән һәм кис берәр ҡалаҡ бал ашап ҡуйыу яҡшы һөҙөмтә бирә (әгәр аллергия булмаһа). Бал ашҡаҙандағы әсеүҙе туҡтата, артыҡ кислоталарҙың бауырға тупланыуынан һаҡлай. Табында төрлө аҙыҡты бутап ашап бөттөк, хәҙер уларҙы яраштырып ҡулланыуҙы юлға һалырға ваҡыт. Төрлө аҡһымды бутарға ярамай, ти белгестәр. Аҡһымлы аҙыҡҡа өҫтәмә итеп төрлө йәшел ҡыяҡтар – йәшел һуған, петрушка, укроп, салат япрағы һ.б. ҡулланылырға тейеш, улар ҙа күп әселектән һаҡлай. Бер нисә көн һөт аҙыҡтарынан, глютенлы бутҡаларҙан баш тартығыҙ, сөнки улар шайыҡты күп бүлеп сығара. Һыйлы табынлы байрамдан ике-өс көн үткәс, көн буйы йылы һыу эсеп йә емеш-еләк ашап ҡына организмды таҙартып алырға мөмкин. Шулай уҡ эҫе мунса, тоҙ һалынған ванна таҙарыныу ҙа ҙур ярҙамсы.Токсиндар тире һәм тын юлы аша сыға, шуның өсөн саф һауала әүҙемлектең бөтә төрө лә һаулыҡҡа яҡшы тәьҫир итә.
Ошо ябай, һәр кем үтәй алырлыҡ шарттарҙы ҡағиҙә итеп алғанда, хәл-торошоғоҙ тотороҡло, кәйеф күтәренке һәм бер ниндәй байрам да ҡурҡыныс булмаҫ.
Фото: AG autogear.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Bayramdan-u-organizmdi-r-tk-kilterege-60673/
Читайте нас