Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Ғинуар 2020, 12:11
Байрам кәйефен ебәреп...
Һәр ваҡыт байрам кәйефен ебәреүселәр, нимәлер бүлешә алмай үҙ-ара ыҙғышыусылар табыла. Әлеге ваҡиғаға – Яңы йылды ҡаршы алған төндә күп кешенең һуғышыуына – шаһит булыусылар хәлде видеоға төшөрөп, социаль селтәргә һалған.
Өфөнөң Интернациональ урамында йәшәүселәр, аҡырышҡан ҡырағай тауыштарҙы ишетеп, күбеһе табындарынан тороп тәҙрәгә ҡапланған һәм шундай хәлгә шаһит булған: урамда ярһыған ирҙәр төркөмө ерҙә ятҡан берәүҙе типкесләгән.
Бәрелештең ни менән бөтөрөн күҙаллауы ла ҡурҡыныс булыр ине, әгәр ҙә шул тирәнән үтеп барыусы кешеләр был хәлгә битараф ҡалмай, уларҙы айырып, һуғышты туҡтатыуға өлгәшмәһә... Ерҙә ятҡаны хатта аяғына ла баҫа алмай. Ваҡиғаны сағылдырған видеоны “БашДТП” телеграмм-каналына ҡуйғандар. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте әйтеүенсә, был инцидент тураһында полицияға хәбәр ителмәгән. Тикшереү эше әлеге видео буйынса үткәрелә.
Фото: БашДТП
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"