Новости
2 Ғинуар 2020, 12:21

"Бала сағым һағынырлыҡ булманы"

Йәш үтә барған һайын әҙәм балаһы сабый сағын йышыраҡ иҫкә ала. Уның ҡыҙыҡлы мәлдәрен дуҫтарына, таныштарына, балаларына һөйләй. Ә бына яҡташыбыҙ, билдәле йырсы Салауат Фәтхетдинов малай сағы хаҡында һөйләргә яратмай.

"Йәлләтеп ултырғым килмәй. Шулай ҙа бала саҡта көлөп ултырырлыҡ мәлдәр булманы, - ти ул “Диләфрүз” журналына биргән әңгәмәһендә. - Миңә 13 йәштән ғаилә башлығы булырға тура килде. Бына Айҙар Ғәлимов: “Һағынам йәшлегемде”, - тип йырлай, ә мин йырламайым, сөнки һағынырлыҡ түгел. Бәлиғ булғас ҡына Аллаһы Тәғәлә миңә ниндәйҙер мөмкинлектәр бирҙе һәм мин уларҙы ҡулдан ысҡындырмаҫҡа тырыштым.
Кескәй генә саҡта ныҡ итеп гармун теләгән инем. Хромка 15 – 20 һум тора. Заманына күрә ҙур аҡса. “Атай, алып бир әле”, - тинем. Ә ул:”Башта уйнарға өйрән, һуңынан алырбыҙ”, - тип яуапланы. Уйлап ҡарағыҙ әле, баланы һыу инергә керет тә, йөҙөргә өйрәнгәс, һыу тәмен татыр. Шулайыраҡ була бит. Әммә атайыма үпкә тотомайым. Дөрөҫ тәрбиә биргән ул. Уны һәр саҡ һағынып иҫкә алам”.
Фото йырсының “Бәйләнештә” төркмөнән алынды.
Автор: Венер Исхаҡов.https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Bala-sa-im-a-inirli-bulmani-60550/
Читайте нас